Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Юлаевсы» Бен Скривенс йәрәхәт алған, әммә Олимпиадала ярымфиналға сыҡҡан

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

21 февралдә Көньяҡ Кореяла Олимпиаданың сирекфиналында Канада һәм Финляндияның ир-егеттәр йыйылмалары осрашты. Көйәрмәндәрҙе көсөргәнешле уйын көттө. Уйын һөҙөмтәһе аҙағынаса билдәһеҙ булды. Һөҙөмтәлә ярымфиналға «саған япрағы» командаһы сыҡты, финдарҙы 1:0 иҫәбе менән отоп. Канада уйынсылары еңеү голын өсөнсө осор уртаһында индерҙе. Әммә быға тиклем уйында Өфөләге «Салауат Юлаев» клубы ҡапҡасыһы Бен Скривенс ҡатнашлығында хәл-ваҡиға булып үтте.

Икенсе егерме минут башында голкипер Финляндия һөжүм итеүсеһе Вели-Матти менән бәрелгәндән йәрәхәт алып, сисенеү бүлмәһенә китте. Унан һуң Канада йыйылмаһы ҡапҡаһын Кевин Пулин һаҡларға сыҡты.

«Салауат»тың Финляндия легионерҙары Йонас Кемпайне һәм Теему Хартикайнен Башҡортостандың баш ҡалаһына ҡайты. Скривенс әлегә Канада йыйылмаһында ҡала: ярымфинал матчында ул Германия командаһы менән осрашасаҡ. Әлегә ҡапҡасаның һаулығы хаҡында бер ниндәй хәбәр юҡ.

Ярымфиналда Рәсәй хоккейсылары Чехия йыйылмаһы менән уйнай.

http://www.bashinform.ru/news/1120569-yulaevets-ben-skrivens-poluchil-travmu-no-vyshel-v-polufinal-olimpiady-2018/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть