Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.68 ↑

EUR 76.07 ↑

14 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала ир-егеттәр урта баҙар эш хаҡынан юғарыраҡҡа дәғүә итә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда ир-егеттәр урта баҙар эш хаҡынан юғарыраҡҡа дәғүә итә, тип асыҡлаған хеҙмәт баҙары аналитиктары. Бынан тыш, күбеһенсә ир-егеттәргә хас эшмәкәрлек өлкәләре бар, тип белдерҙеләр HeadHunter агентлығында.

Мәҫәлән, «Эшсе персонал» өлкәһендә – резюмеларҙың 94 проценты ирҙәрҙеке, «Транспорт, логистика» һәм «Мәғлүмәт технологиялары» һөнәр тармаҡтарында 85 процент ир-егеттәр резюмеһы урынлаштырылған. Төҙөлөш тармағында һәм етештереү өлкәһендә – 80-83 процент. Топ-менеджер вазифаһына дәғүәселәр араһында – 78 проценты ирҙәр.

Ир-егеттәр 35 мең һум күләмендә уртаса эш хаҡы теләй, шул уҡ ваҡытта ике зат дәғүәселәре араһындағы баҙар буйынса уртаса күрһәткестәр 30 мең һум тәшкил итә.

http://www.bashinform.ru/news/1120670-v-bashkirii-muzhchiny-pretenduyut-na-zarplatu-vyshe-srednerynochnoy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть