Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда өс бала янғын ваҡытында һөрөм менән ағыуланған, бер баланың ғүмере өҙөлгән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Баймаҡ ҡалаһындағы йортта сыҡҡан янғында өс бала һөрөм менән ағыуланған. Тәфтиш органдары әлеге осраҡ буйынса тикшереү эштәре алып бара.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 22 февралдә төндә Өмөтбаев урамындағы өйҙә янғын сыға. Фажиғәлә өс бәләкәй бала зыян күрә. Был мәлдә уларҙың ата-әсәһе эштә була. Ауыр хәлдәге балалар Баймаҡ үҙәк район дауаханаһына оҙатыла, 14 йәшлек ҡыҙ йән бирә. 9 йәшлек малай һәм 6 йәшлек ҡыҙ реанимация бүлегендә ята. Янғынға мейесте ныҡ ҡыҙҙыра яғыу сәбәпсе булыуы ихтимал.

Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында тәфтишселәр эшләй, тәфтиш идаралығы аппаратынан тәфтишсе-криминалистар ебәрелгән. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана, балаларҙың ата-әсәһе менән психологтар эшләй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетынан.

http://www.bashinform.ru/news/1120625-v-bashkirii-troe-detey-otravilis-ugarnym-gazom-pri-pozhare-odin-rebenok-skonchalsya-/

Теги: янғын
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть