Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөләрҙе йөҙөү буйынса ГТО нормативын тапшырырға саҡыралар

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлеген тикшерергә теләүселәр быны шәмбе, 24 февралдә, «Урал» йөҙөү бассейнында (Менделеев урамы, 219/1) эшләй ала.

Йөҙөү буйынса норматив 10, 15, 25, 50 метр арауыҡта (I – XI баҫҡыс, 6-70 йәштәгеләр һәм өлкәндәр) ҡабул ителә. Нормативты көндөҙгө 1-се яртынан 2-гә тиклем тапшырырға мөмкин.

Үҙең менән медицина белешмәһе (участка терапевынан) йәки коллектив ғариза (медицина хеҙмәткәренең һәр ҡатнашыусыға рөхсәте менән), паспорт йәки тыуыу тураһында таныҡлыҡ (14 йәшкәсә), уникаль шәхси номер, йөҙөү башлығы, шипатай, йыуыныу кәрәк-яраҡтары алырға кәрәк, тип аңлатты ойоштороусылар – «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» төбәк тест үткәреү үҙәге.

Тулыраҡ 275-27-53 телефоны буйынса белешергә мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1120514-ufimtsev-priglashayut-sdat-normativy-gto-po-plavaniyu/

Теги: ГТО,йөҙөү
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть