Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

2018 йылда ауыл хужалығы кооперативтарының килемлелеге 1 миллиард һумдан артырға тейеш – Рөстәм Хәмитов

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2018 йылда ауыл хужалығы кооперативтарының килемлелеге 1 миллиард һумдан артырға тейеш. Был турала төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышында белдерҙе.

Былтыр Башҡортостан ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү буйынса федераль программа сиктәрендә һынау төбәктәр иҫәбенә инде. Был эш сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең тәжрибәһе өйрәнелгән. Тышҡы эксперт сифатында Бөтә донъя банкы йәлеп ителгән. Уның менән берлектә урындағы башланғыстар нигеҙендә килем килтереүсе проекттар аша булышлыҡ итеү, башланғыс этапта ҡорамалдар, техника йәки һатыу һәм логистика инфраструктураһы объекттары һатып алыу өсөн ярҙам механизмы әҙерләнгән. Өҫтәмә финанслау шарттарында республика бер кооперативҡа 3 миллион һумғаса аҡса бүләсәк.

— Быйыл программаға яҡынса 300 ауыл биләмәһен йәлеп итеү, 100 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын ойоштороу күҙаллана. Дәүләт ярҙамы 300 миллион һум тәшкил итәсәк, – тип хәбәр итте төбәк етәксеһе. –  Кооператив процестарҙа ҡатнашыусылар – шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ауыл хужалығы кооперативтары – 3 мең кешенән дә кәм булмаҫ тип көтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта кооперативтар килемлелеге дүрт тапҡырға үҫергә, 1 миллиард һумдан артырға тейеш.

Уҙған йыл йомғаҡтарына ярашлы республика илдә ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү буйынса 12-се урынды биләй. Яңы 39 кооператив ойошторолған, Башҡортостанда уларҙың дөйөм иҫәбе 103-кә еткән.

— Тиҙ үҫешәбеҙ. Был йәһәттән оҙаҡламай тәүге ун иң яҡшы төбәккә инербеҙ тип уйлайым. Ғөмүмән, беҙ алдынғыларҙың береһе булырға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

http://www.bashinform.ru/news/1120551-dokhodnost-selkhozkooperativov-v-2018-godu-dolzhna-prevysit-1-mlrd-rubley-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть