Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Төбәктең ауыл хужалығы предприятиелары 6,3 миллиард һумлыҡ суммаға льготалы ҡыҫҡа сроклы кредит алыуға дәғүә итә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

20 февралгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығына Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларынан 6,3 миллиард һумлыҡ суммаға льготалы ҡыҫҡа сроклы кредит алыу өсөн 245 ғариза килгән. Был программа икенсе йыл эшләй. Предприятиелар бер нисә банктан йылына 5% льготалы ставка буйынса бурысҡа аҡса ала, дәүләт иһә уларға алып еткермәгән килемде кире ҡайтара. Башҡортостан предприятиеларына кредит өсөн банктарға компенсация 352 миллион һум тәшкил итә.

Займдарҙың суммаһы уртаса 3-4 миллион һум тәшкил итә. Бәләбәй һөт комбинаты һәм «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы —  300 миллион һум, «Центральная»  МТС-ы 480 миллион һум һорай. Заемсылар араһында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла бар, улар 1,3 миллиард һумлыҡ суммаға 165 ғариза биргән. Займдарҙың күпселек өлөшө — үҫемлекселекте үҫтереү өсөн. Башҡортостан дәүләт ярҙамын әүҙем файҙаланған төбәктәр иҫәбенә инә, тип билдәләнеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.

http://www.bashinform.ru/news/1120386-selkhozpredpriyatiya-bashkirii-pretenduyut-na-poluchenie-lgotnykh-kratkosrochnykh-kreditov-na-summu-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть