Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә башҡорт яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың ижади тормошо хаҡында йыйынтыҡ сыҡты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә, «Белая река» нәшриәтендә, «Рәсәй юморы илсеһе: Марсель Сәлимов (Мар. Салим)» мәғлүмәт-библиографик баҫмаһы донъя күрҙе. Ул Евразия ижад гильдияһы (Лондон) аҫтында тормошҡа ашырылды һәм «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы: Марсель Сәлимов» (Өфө, 2017) китабының дауамы булып тора.

Яңы баҫма Евразия ижад гильдияһы рәйесе Лаура Гамильтондың һүҙҙәре менән асыла: «Башҡорт яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың ижады хәҙер инглиз телендә уҡыусыларға ла таныш, ул Евразия үҙәгендә йәшәгән шат күңелле һәм алсаҡ башҡорт халҡының тормошо һәм мәҙәниәте менән таныштыра», Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаевтың: «Башҡорт сәнғәтендә юмор һәм сатира Ерәнсә сәсәндең көләмәстәренән килеп сыҡҡан. Марсель Сәлимов ошо традицияны оҫта дауам итеп кенә ҡалманы, уны халыҡ-ара кимәлгә лә сығарҙы. Уның ижады аша башҡорт юморы сит илдәрҙә, башҡа халыҡтар араһында танылыу алды. Мин уны ысын мәғәнәһендә «юмор илсеһе» тип атар инем» тигән һүҙҙәре менән тамамлана.

Брошюрала сатириктың Hübners «Who is Who в России» серияһының шәхестәр энциклопедияһы (Швейцария, 2013) һәм В.А. Никеровтың «Кто есть кто: Всемирное издание» биографик инновацион белешмәһе (Мәскәү, 2017) нигеҙендә тултырылған биографик анкетаһы урын алған.

Төп бүлек «Мар. Сәлимдең ижади тормошонда 2017 йыл» тип атала. Хронология Башҡортостандың Милли архивы документтары (10330-сы фонд) һәм яҙыусының шәхси архивы, рәсми материалдар, Рәсәй һәм сит ил мәғлүмәт сараларында баҫылған мәҡәләләр нигеҙендә төҙөлгән. Ошо бүлеккә күҙ йүгертеп сығыу менән яҙыусының һәм йәмәғәт эшмәкәренең әүҙем ижади тормошо хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкин. «Мар. Сәлимдең 2017 йылдағы ижади тормошо тураһында» тигән бүлектә сатириктың ижады хаҡында интернет-һылтанмалар күрһәтелгән. Библиографик күрһәткес — яҙыусының 1982-2017 йылдарҙа баҫылған китаптар исемлеге айырым бүлек итеп бирелгән. 35 йыл эсендә төрлө нәшриәттәрҙә Марсель Сәлимовтың башҡорт, рус, татар, сыуаш, инглиз һәм болгар телдәрендә 40 китабы сыҡҡан.

Китапты Әнүәр Әлмөхәмәтов, Тасос Анастасиади, Александр Воробьев, Фәриҙә Ғилмийәр, Рәмил Килмәмәтов, Сергей Озорнин, Татьяна Фитисова, Ленар Шәйех, Рөстәм Шәрипов һәм Айгөл Яппарованың төҫлө фотоһүрәттәре биҙәй. Тышлығында — юмористың портреты. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Альберт Ҡоҙаяров төшөргән. Мар. Сәлимдең шиғырҙарын рус теленә Өфө шағирҙары Роберт Паль һәм Сергей Янаки тәржемә иткән.

Тиҙҙән яңы баҫма республика ҡала һәм район китапханаларына барып етәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1119552-v-ufe-vyshlo-izdanie-o-tvorcheskoy-zhizni-bashkirskogo-pisatelya-marselya-salimova/

Теги: әҙәбиәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть