Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Реаль эштәр» проектында ҡатнашыу өсөн 800-гә яҡын ғариза килгән

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда «Реаль эштәр» төбәк проектында ҡатнашыу өсөн 800-гә яҡын ғариза бирелгән. Әле мөрәжәғәттәрҙе ҡарау этабы бара. «Берҙәм Рәсәй»ҙең партия проекты координаторы Рузалиә Хисмәтуллина йәмәғәт советы ултырышында ошо хаҡта хәбәр итте.

Ағымдағы йылда һайлаусыларҙың наказдарын тормошҡа ашырыуға 175 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Шуның 153 миллионы республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары исеменә килгән мөрәжәғәттәргә тотонолған. Ә 22 миллион һумдан ашыуырағы Дәүләт Думаһы депутаттарына һәм Федерация Советы ағзаларына наказдарға йүнәлтелә.

Былтыр «Реаль эштәр» сиктәрендә 892 наказ тормошҡа ашырылған. Проектты финанслау элекке кимәлдә ҡалған. Уртаса алғанда, һәр муниципаль берәмеккә 2 миллион һумдан саҡ ҡына ашыуыраҡ тура килә. Мөрәжәғәттәр социаль йүнәлеште һаҡлап ҡалған. Нигеҙҙә халыҡ аҡсаны балалар баҡсаларын, ауыл мәҙәниәт йорттарын, мәктәптәрҙе, иҫтәлекле стелаларҙы, йәйәүлеләр зонаһын һәм шишмәләрҙе яңыртыуға йүнәлтеүҙе һорай.

Әле килгән ғаризаларҙы февраль аҙағына тиклем тикшереү һәм 1 мартта ағымдағы йылда проектҡа индерелгән объекттар исемлеген төҙөү ҡаралған, тип асыҡлыҡ индерҙеләр партияның төбәк бүлексәһендә.

http://www.bashinform.ru/news/1120137-v-bashkirii-postupilo-okolo-800-zayavok-dlya-uchastiya-v-proekte-realnye-dela/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть