Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

24 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Светлана Хәмиҙуллина иҫтәлегенә йәш таланттар концерты уҙа

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

26 февралдә Өфөлә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Светлана Хәмиҙуллинаның иҫтәлегенә арналған «Башҡортостан йондоҙсоҡтары» исемле концерт була.

Концертта халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары, Өфөләге төп музыка уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша, тип хәбәр итте ойоштороусылар.

Талантлы педагог һәм профессиональ музыкант Светлана Ғәли ҡыҙы Хәмиҙуллина һәләтле балаларға булышлыҡ итеү өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙы. Уның 25 йыл элек ойошторған «Яңы исемдәр» хәйриә программаһы йөҙҙәрсә талантлы баланы тәрбиәләп сығарҙы, юл күрһәтеүсе йондоҙ булды, уларҙың музыка сәнғәтендәге юлын яҡтыртты.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры Әминә Әсфәндиәрова, республиканың халыҡ артистары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рэм Урасин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Париж юғары музыка мәктәбен тамамлаған Рөстәм Хәмиҙуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы, Бостон балеты солисы Роман Рыкин кеүек танылған артистар, музыканттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ бик күп сағыу, талантлы артистар, музыканттарҙың ижад юлы тап ошо «Яңы исемдәр» республика хәйриә программаһында сығыш яһауҙан башланды. Бөгөн улар Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъяла киң билдәлелек яулай.

Концерт Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин залында үтә. Киске сәғәт 7-лә башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1120071-v-ufe-proydet-kontsert-yunykh-darovaniy-pamyati-svetlany-khamidullinoy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть