Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан спортсыһы Европа чемпионатында бронза миҙал яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостан спортсыһы бадминтон буйынса Европа чемпионатынан көмөш миҙал менән ҡайтты. Алина Дәүләтова Рәсәй йыйылмаһы составында яҡташы Родион Алимов менән бергә сығыш яһаны.

Ярыштарҙы Ҡазан ҡабул итте. Татарстандың баш ҡалаһына Европаның 38 иленән 400-ҙән ашыу спортсы йыйылды. Рәсәйҙәр өсөнсө урынды алды, тәүге ике баҫҡыста — Германия һәм Дания командалары.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында әйтеүҙәренсә, Алина Дәүләтова Европа чемпионатында «Халыҡ-ара класлы спорт мастеры» исемен алыу өсөн нормативты үтәгән.

Родион Алимов илдең ир-егеттәр йыйылмаһындағы башҡа бадминтонсылар менән бергә Европаның иң көслө биш командаһы иҫәбенә инде.

http://www.bashinform.ru/news/1119966-badmintonistka-iz-bashkirii-zavoevala-bronzu-chempionata-evropy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть