Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.94 ↓

EUR 73.31 ↑

26 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Әнғәм Атнабаевтың 90 йыллығына китап донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә башҡорт, татар һәм рус телдәрендә «Беҙҙең Атнабай: шиғырҙар, мәҡәләләр, иҫтәлектәр» тигән китап донъя күрҙе. Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан әҙерләнгән йыйынтыҡҡа уның шиғырҙары,ҡәләмдәштәренең мәҡәләләре тупланған.

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә баҫылған китап ике бүлектән тора. Тәүгеһендә шағирҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән һәм Тыуған илгә, уның халҡына һөйөү менән һуғарылған шиғырҙары урын алған. Шиғырҙарҙы рус теленән Н. Милованова тәржемәләгән.

Йыйынтыҡтың икенсе бүлегендә яҙыусы хаҡында коллегалары, замандаштары, фекерҙәштәренең мәҡәләләләре һәм иҫтәлектәре бирелгән, шул иҫәптән Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми, Татарстандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллин, Илдар Юзеевтың иҫтәлектәрен уҡырға мөмкин. Бында Әнғәм Атнабаевҡа шиғри арнауҙар ҙа бар.

Китаптың авторы һәм төҙөүсеһе — Әнғәм Атнабаевтың ижадын өйрәнеүсе, профессор Раиф Әмиров. Китапҡа уның өлкән ҡәләмдәшенең әҫәрҙәренә бағышланған бер нисә мәҡәләһе индерелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1119783-v-ufe-k-90-letiyu-angama-atnabaeva-izdana-kniga-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть