Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Республика халҡы 2017 йылда электрон дәүләт хеҙмәттәре менән йышыраҡ файҙалана башлаған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

2018 йылға Башҡортостан халыҡтың 60 процентҡа яҡынын электрон дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланыуға йәлеп итеү маҡсатын ҡуйғайны. Республиканың мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Росстат үткәргән анализ йомғаҡтарына ярашлы, 2017 йылдың аҙағына күрһәткес 78% тәшкил иткән.

«Был төбәккә дөйөм Рәсәй рейтингында — алтынсы һәм Волга буйы федераль округында икенсе урында ҡалырға мөмкинлек бирҙе», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылда Башҡортостанда халыҡтың 61,2 проценты электрон дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланған. Ул саҡта республика Волга буйы федераль округында — өсөнсө һәм илдә ун беренсе урында ине.

Шуны билдәләп үтәйек: үрҙә әйтелгән бурыс Рәсәй Федерацияһы Президентының «Дәүләт идара итеү системаһын камиллаштырыуҙың төп йүнәлештәре тураһында» указына ярашлы башҡарыла.

http://www.bashinform.ru/news/1119950-zhiteli-bashkirii-v-2017-godu-stali-chashche-polzovatsya-elektronnymi-gosuslugami/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть