Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.68

EUR 72.53

18 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев аграр университеты студенттары менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары һәм уҡытыусылары менән осрашты, йәш һайлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Сарала университет ректоры Илдар Ғәбитов һәм ректор советнигы, профессор Рузил Авзалов ҡатнашты.

Осрашыу барышында Хәйҙәр Вәлиев студенттарға Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау һәм һайлау процесындағы, ҡануниәттәге үҙгәрештәр, комиссияларҙы һайлау көнөнә әҙерләү хаҡында һөйләне. Йәш һайлаусыларҙың хәрәкәтсәнлеген иҫәпкә алып, республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе торған урын буйынса яңы тауыш биреү технологияһы хаҡында тулы мәғлүмәт бирҙе.

Хәйҙәр Вәлиев сығыш яһағандан һуң студенттар торған урын буйынса ғариза тултырыу тәртибе тураһында Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт ролигын ҡараны. Йәш һайлаусылар Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесенә һайлау исемлегенә һәм аныҡ бер һайлаусы хаҡында индерелгән мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереүгә, шулай уҡ сит илдә булған студенттарға, ваҡытынан алда тауыш биреү мөмкинлегенә ҡағылышлы һорауҙар бирҙе.

Осрашыуҙы йомғаҡлап, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе тауыш биреү көндө 2018 йылдың 18 мартында һайлау участкаларына килергә һәм үҙҙәренең һайлау хоҡуғын башҡарырға саҡырҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1120131-glava-tsentrizbirkoma-bashkirii-khaydar-valeev-vstretilsya-so-studentami-agrarnogo-universiteta/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть