Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға хәйриә аҡса йыйыу иғлан ителгән

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға хәйриә аҡса йыйыу иғлан ителгән. Акция инициаторы – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы ҡарамағында Республика биләмәһендә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса йәмәғәт советы.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, хәйриә финанс саралар «Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында»ғы федераль законға ярашлы төбәк тәғәйенләнешендәге мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға һәм тейешенсә ҡарауға йүнәлтелә. Физик һәм юридик шәхестәр хәйриә ярҙамы күләмен үҙаллы билдәләй.

Хәйриә аҡсаны ғилми-проект документтарын әҙерләүгә, дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза уҙғарыуға, проект-смета документтарын эшләүгә, йүнәтеүгә, реставрациялауға, консервациялауға һәм заманса ҡулланыу өсөн ҡулайлаштырыуға тотоноласаҡ.

Хәйриә аҡсалары менән файҙаланыуға йүнәлтеү ҡарарын Йәмәғәт советы ҡабул итә. Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса сараларға хәйриә аҡса күсереү өсөн реквизиттар – ведомство сайтында.

http://www.bashinform.ru/news/1120148-v-bashkirii-obyavlen-sbor-blagotvoritelnykh-sredstv-na-sokhranenie-obektov-kulturnogo-naslediya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть