Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

2019 йылда республикала халыҡ-ара форумда хеҙмәт өлкәһенең киләсәге тикшереләсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2019 йылда республикала хеҙмәт өлкәһенең киләсәгенә арналған ҙур халыҡ-ара форум үтә. Был турала төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

— Бөгөн донъя ғәйәт тиҙ үҙгәрә. Етештереү процестары, технологиялар, материалдар ғына түгел, хеҙмәт структураһы, уны ойоштороу, хеҙмәт мөнәсәбәттәре лә яңыра, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. –  Роботлаштырылған етештереү урындары, дәүләттәр бюджетын уҙып киткән капиталлаштырылған ғәйәт ҙур заманса компаниялар үҫеп сыға. Көн һайын яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә.

Мәшғүллек өлкәһендә был яңы күренештәр һәм саҡырыуҙар республиканың һәм Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының 100 йыллығына арналған «Хеҙмәт өлкәһенең киләсәге» форумында фекер алышыу темаһы буласаҡ. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы башланғысы буйынса форум Өфөлә 2019 йылдың февралендә үтә.

— Бер йылдан Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы менән ҙур осрашыу уҙғарырбыҙ, көнүҙәк, үтә көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерербеҙ, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыуҙар, конференциялар күҙаллана. Бик ҡыҙыҡлы, күмәк сара булыуы көтөлә. Күптәрегеҙ был эштә ҡатнашыр тип ышанам. Һеҙҙең өсөн ул файҙаһыҙ үтмәйәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1120142-v-2019-godu-v-respublike-na-mezhdunarodnom-forume-obsudyat-budushchee-sfery-truda/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть