Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә һайлаусылар балалар төшөргән Рәсәй флагы һүрәттәре менән тауыш бирергә бара

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Ил Президентын һайлау алдынан Туймазы районы мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында «Рәсәй флагы менән тауыш бирәм» акцияһы башланды, уның төп бурысы – һайлауҙарға кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү.

Туймазы ҡалаһының 21-се балалар баҡсаһында һуңғы ике аҙнала акварель, аппликация, әүәләү кеүек техникаларҙа ике меңдән ашыу эш эшләгәндәр. Буяу һәм төҫлө ҡағыҙҙан тыш, картон һәм бисер ҡулланылған. Һәр әйберҙә – авторҙың исеме һәм «Рәсәй алға!», «Беҙ — буласаҡ һайлаусылар!» тигән өндәү яҙылған. Ата-әсәләр һайлау көндө буласаҡ ил Президентына тауыш бирергә һайлау участкаларына балалары төшөргән флагтар менән барырға ниәтләнә. Шулай уҡ, улар участкаларҙа ҡыҙының йәки улының кескәй флагы менән селфи төшөп, фотоны балалар баҡсаһы йәки мәктәп интернет-берләшмәһенә һаласаҡ, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1120094-v-bashkirii-izbirateli-pridut-golosovat-s-detskimi-risunkami-rossiyskogo-flaga/

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть