Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов төбәк әсәлек капиталын индерергә тәҡдим итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республикала күп балалы ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы – төбәк әсәлек капиталы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында белдерҙе.

Төбәк әсәлек капиталын формалаштырыу өсөн предприятиелар аҡсаһы файҙаланылыр тип күҙаллана.

— Республикала ойошмалар, предприятиелар, шәхси кешеләр ҡатнашлығында төбәк һәм муниципаль әсәлек (ғаилә) капиталын индереү мөмкинлеген дә ҡарарға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ни өсөн бай, уңышлы предприятиелар булышлыҡ итеү, ғаилә сәйәсәте мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтмәй? Предприятиела эшләгән кешеләргә ҡарата шундай рәхимһеҙлек һәм битарафлыҡ ҡайҙан килә. «Һалым, эш хаҡы түләйбеҙ – башты ҡатырмағыҙ». Был алым дөрөҫ түгел. Был бөтөнләй яңылыш фекерләү. Предприятиелар үҙ коллективтарына ярҙам итеү менән ҡыҙыҡһынырға тейеш.

Республика Башлығы Санкт-Петербургта, Тамбов, Тула өлкәләрендә ошондай схема буйынса сәнәғәт предприятиелары менән эшләгәндәрен хәбәр итте һәм уларҙың тәжрибәһен өйрәнергә ҡушты.

— Беҙ матди яҡтан да ярҙам күрһәтербеҙ, ярҙамды арттырыу йәһәтенән дә эште дауам итербеҙ. Быйылдан ил Президенты указына ярашлы балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам ҡаралған. Был маҡсатҡа республикабыҙ өсөн федераль ҡаҙнанан байтаҡ ресурстар бүленә, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Әсәлек капиталы программаһы оҙайтылды. Беҙгә йәш ярымдан өс йәшкәсә бала ҡарау буйынса пособие мәсьәләһен тикшерергә, финанс мөмкинлектәребеҙҙе өйрәнергә кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1119969-rustem-khamitov-predlozhil-vnedrit-regionalnyy-materinskiy-kapital/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть