Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Альфа-банктың Директорҙар советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Олег Сысуев менән осрашты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Альфа-Групп» консорциумы Күҙәтеү советы ағзаһы, «Альфа-Банк» акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Олег Сысуев менән осрашты.

Осрашыуҙа Альфа-банк вице-президенты Владимир Соболев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, республиканың финанс министры Рида Собханғолова, Рәсәй банкы Урал баш идаралығының Башҡортостан буйынса Милли банкы – бүләксә идарасыһы Марат Кашапов һәм «Башҡортостан» операциялар офисы идарасыһы Виктор Шумилов ҡатнашты.

Яҡтар Альфа-Банк, X5 Retail Group, «Росводоканал» һәм башҡа компаниялар ингән «Альфа-Групп» консорциумы менән төбәктең хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен, уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу перспективаларын тикшерҙе.

— Республика Башлығы беҙгә төбәктең иҡтисади хәле хаҡында һөйләне. Беҙ бөтә йүнәлештәр буйынса баҙарҙы нисек күҙ алдына килтереүебеҙ тураһында уртаҡлаштыҡ, – тип хәбәр итте Олег Сысуев осрашыуҙан һуң. – Беҙ инфраструктура проекттарында, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, бюджет өлкәһе, ваҡлап һатыу менән бәйле проекттарҙа хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен өйрәндек.

Урындағы тауар етештереүселәргә булышлыҡ итеү әңгәмә темаларының береһе булды.

— Республика Башлығы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн хәүеф менән бәйле ваҡлап һатыу баҙарын монополиялаштырыуға борсолоуын белдерҙе, – тине Олег Сысуев. – Уның белдереүҙәрен аңлайбыҙ һәм урындағы етештереүселәргә, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа беҙҙең менән бергә эштә ярҙам итеү мөмкинлектәрен мотлаҡ ҡарарға һөйләштек.

http://www.bashinform.ru/news/1119930-rustem-khamitov-vstretilsya-s-pervym-zamestitelem-predsedatelya-soveta-direktorov-alfa-banka-olegom-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть