Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.50 ↑

EUR 75.61 ↑

12 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала миҙгелдә тәүге тапҡыр ОРВИ буйынса эпидемик сик үтелгән: өлкәндәр ҙә, балалар ҙа сирләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар күбәйә. Республика Роспотребнадзор идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, уҙған аҙнала, 12 февралдән 18-нә тиклем, ошо көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә тәүге тапҡыр ауырыу кимәле эпидемик сиктән 20% артҡан.

Ведомство хәбәр итеүенсә, үткән аҙнала республикала 29 мең ОРВИ менән сирләү осрағы теркәлгән, уларҙың 68% — 14 йәшкәсә балалар. Мәғариф учреждениеларында карантин индереү әлегә планлаштырылмай.

Шулай уҡ грипп осраҡтары ла теркәлә. Алты кешелә лаборатор юл менән киҙеүҙең А1 штамдары раҫланған (сусҡа киҙеүе).

http://www.bashinform.ru/news/1119815-v-bashkirii-vpervye-v-sezone-prevyshen-epidporog-po-orvi-boleyut-i-vzroslye-i-deti-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть