Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бәләкәй предприятиелар һаны 3,4 тапҡырға артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Һуңғы йылда Башҡортостанда бәләкәй предприятиелар һаны 3,4 меңгә артҡан. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың 1 ғинуарына республикала уларҙың һаны 139 447 тәшкил иткән. Шуларҙың 87 476-һы — шәхси эшҡыуар, 46 901-е — микропредприятие, 4 733-ө — бәләкәй, 337-һе урта предприятие.

2015 йылдан 2017 йылға тиклем эшҡыуарлыҡ субъекттары 12,5 меңгә тиерлек артҡан (2015 йылда — 4 726-ға, 2016 йылда — 4 286-ға, былтыр 3 399-ға).

Республика бәләкәй һәм урта предприятиелар һаны буйынса Рәсәйҙә — 11-се, Волга буйы федераль округында 3-сө урынды биләй. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты коллегияһында ошондай мәғлүмәттәр яңғыраны.

http://www.bashinform.ru/news/1119821-v-bashkirii-chislo-malykh-predpriyatiy-uvelichilos-na-3-4-tysyachi-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть