Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Мәскәүҙә «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәгенең концерты уҙҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Мәскәүҙә «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәгенең быйылғы тәүге концерты «Башҡортостан — тыуған төйәгем» тигән исем аҫтында үтте. Үҙәк теүәл өс йыл элек Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге эргәһендә ойошторолғайны. Етәксеһе — Гөлсинә Батыршина. Өс йыл эсендә ул бәләкәй генә түңәрәктән ижади берләшмәгә әүерелде, бөгөн унда тиҫтәнән ашыу үҙешмәкәр коллектив уңышлы эшләй, улар илебеҙҙең баш ҡалаһында ойошторолған барлыҡ фестивалдәрҙә һәм байрамдарҙа республика исеменән сығыш яһай. Концертҡа Мәскәүҙә, Германияла, Японияла, Санкт-Петербургта йәшәгән яҡташтарыбыҙ килгәйне. Төркиәнән, Ирандан, Ҡалмыҡстандан, башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән ҡунаҡтар булды.

«Аҡ тирмә» үҙәгенең төп бурысы — мегаполиста башҡорт фольклорын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлау һәм популярлаштырыу, тыуған яғынан, Башҡортостандан ситтә йәшәгән һәм балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә «тыуған төйәк» тигән тойғоно һеңдерергә тырышҡан яҡташтарҙы туплау.

«Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәгендә «Аҡ тирмә» фольклор ансамбле, «Аманат» халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле, «Ләйсән» вокаль фольклор ансамбле, «Шоңҡар» халыҡ һәм эстрада бейеүҙәре ансамбле, «Илһам» театр студияһы, «Ағиҙел» һынлы сәнғәт студияһы, «Гөлнәзирә» бейеү коллективы, «Ҡомартҡы» этноклубы, «Бүләк» йыр коллективы, «Элит» квартеты, йыр, ҡурай һәм ҡумыҙ түңәрәктәре бар. Үҙәк ҡарамағында башҡорт телен өйрәнеү курстары асылған.

Үҙәккә өс йыл тулыуға арналған отчет концертында халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе, башҡорт балын һатыу, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, холда — халыҡ бейеүҙәре. Концертта махсус ҡунаҡтар — «Заман» этно-төркөмө, Өфөнән Илнур Ҡәләмов, Ирек Ноғоманов, Айҙар Хәмзин, Зөлфиә Бирҙеғолова, Учалы йырсыһы Илдар Ямалов, Ирандың «Мехрабанан» милләт-ара вокаль-инструменталь ансамбле сығыш яһаны.

http://www.bashinform.ru/news/1119507-v-moskve-proshel-kontsert-bashkirskogo-kulturnogo-tsentra-ak-tirma/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть