Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡурсаҡ театрында Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады хаҡында спектакль өҫтөндә эш башланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады хаҡында «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» спектакле өҫтөндә эш башланды.

Идея авторы һәм спектаклдең режиссеры Альберт Имаметдинов үҙенең эше хаҡында былай ти: «Мин Мостафа Сафа улының ниндәй кеше булыуы хаҡында һөйләгем килә. Тотош дәүерҙе кәүҙәләндергән кеше, Башҡортостаныбыҙҙың танылған шәхесе тураһында. Мостафа Сафа улын тәү сиратта һиҙгер, аҡыллы, тынғы белмәгән кеше һәм сикһеҙ талант эйәһе итеп күрһәтергә теләйем. Мостай Кәримдең ижадына һәм шиғри театрға тәүге тапҡыр мөрәжәғәт итәм. Мостай Кәримде уның шиғырҙарынан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, уның шиғырҙары сюжетты уңышлы тулыландырыр, тип уйлайым. Был минең өсөн бик тулҡынландырғыс. Эшемдең маҡсаты — үҫеп килгән йәш быуында Мостай Кәримдең ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу. Мин уның әҫәрҙәрен уҡыуҙарын, уның хаҡында һөйләүҙәрен, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алыуҙарын теләйем».

Пьесаны Өфө драматургы Владимир Аношкин яҙа. Художестволы биҙәлеш өҫтөндә рәссамдар Әнисә Томаншина, Илнур Слявчин эшләй, улар геройҙар, декорациялар, анимациялы роликтар һайлай. Режиссер үҙе актерҙар менән бергә көн һайын Мостай Кәрим тураһында документаль фильмдар ҡарай, шиғырҙарын һәм проза әҫәрҙәрен уҡый. Хореограф Светлана Әйүпова спектаклгә пластик театр элементтарын индерергә уйлай, музыканы Урал Иҙелбаев яҙа.

«Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» спектаклен апрелдә тамамлау көтөлә, премьера яңы миҙгелгә билдәләнгән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Мостай Кәрим тураһында спектакль федераль грант аҡсаһына ҡуйыла.

http://www.bashinform.ru/news/1119193-v-bashkirskom-teatre-kukol-postavyat-spektakl-o-zhizni-i-tvorchestve-mustaya-karima/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть