Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

«Башҡортостан» милли паркында балыҡ тотоу фестивале уҙғарыла

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

11 мартта «Башҡортостан» милли паркында балыҡ тотоу фестивале ойошторола, унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Ғәҙәти булмаған ярыштар Мәләүез районы Иштуған ауылындағы Ҡыҙыл күлдә уҙа.

Балыҡсылар эләккән балыҡты өйҙәренә алып ҡайта ала. Ойоштороусылар төрлө конкурстар, уйындар һәм һыйҙар, еңеүселәр өсөн грамоталар һәм бүләктәр вәғәҙәләй.

Ярыш ике этапта уҙғарыла. Тәүгеһе 2 сәғәт ярым дауам итә, унда 20 финалсы билдәләнә. Киләһе этапта ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр араһында иң күп балыҡ тотҡан еңеүселәрҙе асыҡлау ҡаралған. Иң ҙур балыҡ тотҡан кешегә махсус приз булдырылған.

Тулыраҡ мәғлүмәт — «Башҡортостан» милли паркының рәсми сайтында.

http://www.bashinform.ru/news/1119438-v-natsparke-bashkiriya-proydet-festival-rybnoy-lovli/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть