Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы дивидендтарҙы «Башспирт» һәм «Өфө» аэропортын үҫтереүгә ҡалдырырға хәл итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы 2018 йылда «Башспирт» һәм «Өфө халыҡ-ара аэропорты» акционер йәмғиәттәренән (республика милкендә) дивидендтар алмай. Аҡса инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелә, тип хәбәр итте ведомство башлығы һәм Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Евгений Гурьев йомғаҡлау коллегияһында.

«Ошо фазала республика дивидендтарҙан баш тарта ала, тип иҫәпләйбеҙ. Әле тормошҡа ашырылған инвестиция проекты артабан килемде арттырырға мөмкинлек бирергә тейеш. Аэропорттың 2017 йыл йомғаҡтары буйынса яҡынса килеме — 500 миллион һум. Ошо сумманан 25-35% алырға мөмкин булыр ине (125 миллион һумдан кәм түгел), беҙ уны үҫеш өсөн ҡалдырабыҙ», — тине вице-премьер.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аэропорт эске һауа юлдары терминалын яңырта. «Башспирт» Булгаков ауылы эргәһендә яңы биналар төҙөй һәм производствоны яңыртыу эштәрен алып бара.  

http://www.bashinform.ru/news/1119167-minzeimushchestva-bashkirii-razreshilo-ostavit-dividendy-na-razvitie-bashspirtu-i-aeroportu-ufa/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть