Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүсе Сүриәләге хәрби сыуалышта законһыҙ ҡатнашҡаны өсөн хөкөм ителде

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөнөң Октябрь районы суды Дүртөйлө ҡалаһында йәшәгән 30 йәшлек иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул Сүриә биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә законһыҙ ҡатнашыуҙа ғәйепләнә.

Судтың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ир 2007 йылдан бирле ислам динен тотҡан, билдәләнгән ҡанундарҙы һәм ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгән. 2014 йылда интернет аша Сүриә Ғәрәп Республикаһындағы сәйәси хәлде, шулай уҡ ошо илдәге законһыҙ хәрби формированиелар эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәрен өйрәнгән. Шул уҡ йылдың декабрендә ғәйепләнеүсе Сүриәлә үҙ теләге менән «Джейш Әл-Мухаджирин вәл-Ансар» ойошмаһына ингән. Уны торлаҡ, ризыҡ, кейем-һалым менән тәьмин иткәндәр, ҡорал, боеприпас, шартлатҡыс матдәләр биргәндәр, ул ошоларҙы Сүриә хөкүмәте көстәренә ҡаршы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында файҙаланған.

«Сүриә Республикаһы ҡануниәтендә «Джейш Әл-Мухаджирин вәл-Ансар» террор ойошмаһы булараҡ баһалана. Рәсәй граждандарының ошондай формированиела ҡатнашыуы һәм эшмәкәрлеге Рәсәй Федерацияһы, шул иҫәптән Сүриәләге хәрби сыуалышты көйләү һәм тыныс юл менән хәл итеүгә ҡағылышлы мәнфәғәттәренә ҡаршы килә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Суд ғәйепләнеүсене туғыҙ йыл да өс айға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты. Хөкөм ҡарары үҙ көсөнә инмәгән.

http://www.bashinform.ru/news/1119568-zhitel-bashkirii-osuzhden-za-nezakonnoe-uchastie-v-boevykh-deystviyakh-na-territorii-sirii-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть