Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан электрон дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланыу буйынса алтынсы урын алған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан халыҡтың электрон дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланыуы буйынса илдә алтынсы урын алған, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы мәғлүмәттәренә һылтанып.

Министрлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, былтыр электрон дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр менән файҙаланыусы граждандарҙың өлөшө буйынса план күрһәткесе 60 процентҡа үтәлгән. Ил буйынса дөйөм алғанда ул 64,3 процентҡа еткән.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан уртаса Рәсәй күрһәткестәренән ярайһы уҡ уҙып киткән. Мәҫәлән: республикала электрон дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр менән файҙаланыусы граждандарҙың өлөшө 78 процент тәшкил иткән, йәғни Рәсәй төбәктәре араһында алтынсы урын алған.

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә алырға үҙ итеүселәр һаны Башҡортостанда даими арта бара. Мәҫәлән, 2014 йылда был күрһәткес 27,6 процентҡа тиң булһа, 2015 йылда – 52%, 2016 йылда — 61,2%, 2017 йылда — 78%. Өсөнсө йыл рәттән төбәктә план күрһәткесе уңышлы арттырып үтәлә. Был республика Хөкүмәте электрон төрҙә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү системаһын үҫтереү буйынса башҡарған сараларҙың һөҙөмтәлелеге, дәүләт менән үҙ-ара электрон эш итеү алымының танылыу артыуы хаҡында һөйләй, тип билдәләй белгестәр.

Тәүге эш көнөнән башлап, республика башлығы Рөстәм Хәмитов дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереүҙе, власть органдарына, тотош республикаға ла мәғлүмәт еткереү кимәлен күтәреүҙе административ реформаның өҫтөнлөклө бурыстарының береһе итеп ҡуйҙы.

«Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары күптән республиканың, илдең ижтимағи һәм сәйәси тормошоноң төп факторына әйләнде, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Улар менән файҙаланыу идаралыҡ процестары һөҙөмтәлелеген, бөтә кимәлдәрҙә ҡарар ҡабул итеү һәм ғәмәлгә ашырыу процедураларын ярайһы уҡ күтәрергә, дәүләт власының асыҡлығын арттырырға, коррупция даирәһен етди ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә. Электрон хөкүмәт технологияларын индереү, электрон формала дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә күсеү – ул граждандарға хөкүмәт структуралары менән эш итеүҙе еңеләйтә алған бик мөһим эш».

Уҙған йылдың көҙөндә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә Рөстәм Хәмитов мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, транспорт, «Электрон Хөкүмәт» өлкәһендә ҙур-ҙур IT-проекттарға күрә Башҡортостан 2017 йылда төбәктәрҙе мәғлүмәтләштереү рейтингында 31-сенән етенсе урынға күтәрелеүен хәбәр итте.

http://www.bashinform.ru/news/1119213-bashkiriya-zanyala-shestoe-mesto-po-ispolzovaniyu-elektronnykh-gosudarstvennykh-uslug-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть