Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.06 ↑

EUR 74.18 ↓

20 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә Тоталь диктантҡа әҙерлек өсөн рус теленән бушлай курстар башлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Башҡортостан ҡалаларында Тоталь диктантҡа әҙерлек башланды. Өфөлә 21 февралдә башланасаҡ бушлай курстарҙа орфографияны һәм пунктуацияны яҡшыртырға мөмкин. Дәрестәр һәр шаршамбы: 21 һәм 28 февралдә, 6, 14, 21 һәм 28 мартта, 4 һәм 11 апрелдә уҙғарыла.

Уҙғарыу урыны: Башҡорт дәүләт медицина университетының ғилми китапханаһы, Пушкин урамы 96/98, 7-се корпус, 1-се ҡат. «Актерҙар йорто» туҡталышы. Башлана киске 7-се яртыла.

Стәрлетамаҡта «Йома һайын рус теле» курстары уҙған аҙнала башланды. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә, лекциялар һәр йома 10-сы һәм 33-сө мәктәптәрҙә, 4-се гимназияла һәм 3-сө лицейҙа үтә. Дәрестәр киске 7-се яртыла башлана.

«Тоталь диктант» — ул мәғариф акцияһы: бер нисә йыл дауамында яҙ һайын меңәрлән теләүсе рус теленән диктант яҙырға йыйыла. 2017 йылда акция 71 илдә үтте, унда 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 2018 йылда Тоталь диктант 14 апрелдә үтә. Уның өсөн тексты Рәсәй яҙыусыһы, «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы Гүзәл Яхина яҙа.

http://www.bashinform.ru/news/1119407-v-bashkirii-nachinayutsya-besplatnye-kursy-russkogo-yazyka-dlya-podgotovki-k-totalnomu-diktantu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть