Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

«Өфө» футбол клубы һөжүм итеүсеһе Вячеслав Кротов тәүгә атай булды

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

«Өфө» клубы футболсыһы 25 йәшлек Вячеслав Кротов тәүгә атай булды. Уның хәләл ефете Дарья 19 февралдә төндә уға ул бүләк итте. Был турала Башҡортостан клубының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр, һөжүм итеүсене атай булыуы менән ҡотлап. Сабыйға исем дә уйлап ҡуйғандар – Александр.

Уйынсы үҙе Испанияның Бенидорм ҡалаһында йыйылмаһының һуңғы күнекмәләрендә.

«Мин бик шатмын. Улымдың бөтә бүлмәһе туптар, күренекле футболсыларҙың фотолары менән эленеп бөткән, шуға ул да шундай булыр тип ышанам», —  тип Вячеслав Кротов ҡыуаныслы хәбәрҙән һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Өфө» футбол клубы Испанияла 25 февралгәсә була.

http://www.bashinform.ru/news/1119355-napadayushchiy-fk-ufa-vyacheslav-krotov-vpervye-stal-ottsom/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть