Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Рәсәй туристары араһында популяр тәүге 20 төбәккә ингән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләт Берләшмәһе илдәрендә туризм баҙарын тикшереү менән шөғөлләнгән «ТурСтат» аналитика агентлығы ил сәйәхәтселәре араһында иң танылған төбәктәр рейтингын баҫып сығарҙы. Башҡортостан Республикаһы унда 17-се урынды биләй. 2017 йылда төбәктә туристар ағымы 15 процентҡа артҡан һәм 2 миллион кешегә еткән.

Краснодар крайы Рәсәй туристары араһында иң популяр булған. Унда 2017 йылда 15,8 миллион кеше булған. Тәүге 5 төбәккә шулай уҡ Мәскәү өлкәһе, Ҡырым, Приморье һәм Владимир өлкәһе ингән. Үҫеш алдынғылары – Ярославль өлкәһе, унда туристар ағымы 24 процентҡа артҡан, Приморье крайы(+20%) һәм Ҡарасәй-Черкес Республикаһы (+20%).

Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика эске баҙарҙа Башҡортостандың танылыуын төбәктең туристик бренды иҫәбенә күтәрергә күҙаллай. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов һүҙҙәренсә, бренд эске баҙарҙа туристар ағымын 15-25 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Был эш менән Paradox Box брендинг компанияһы шөғөлләнә. Бренд 2018 йылдың 30 мартына ҡәҙәр әҙер булырға тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1119423-bashkiriya-voshla-v-top-20-regionov-populyarnykh-u-turistov-v-rossii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть