Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Владимир Путин коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙамға 8 миллиард һум бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Дүшәмбе, 19 февралдә, Рәсәй президенты Владимир Путин коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға булышлыҡ итеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Президент гранттары фондына 2018 йылда ике конкурс уҙғарырға ҡушылған. Уларҙа коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында 8 миллиард һум бүленәсәк. Ойошмаларға был сараларҙы социаль мөһим проекттарҙы һәм кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау өлкәһендәге программаларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтергә кәрәк буласаҡ.

Билдәләп үтергә кәрәк, уҙған йыл менән сағыштырғанда сумма бер миллиард һумға артҡан. Шулай уҡ бойороҡта «Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә йәш таланттарҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү» тигән яңы йүнәлеш өҫтәлгән.

«Конкурста ҡатнашыуға ғаризаларға талаптар яңы йүнәлеш туйынса тәҡдим ителгән проекттарҙан тыш үҙгәрмәгән. Улар өсөн конкурс хаҡындағы положение менән өҫтәмә талаптар билдәләнгән. Асылында иһә, яңы йүнәлеш сиктәрендә «конкурстар конкурсы» – йәш таланттарҙы асыҡларға мөмкинлек биргән илдә иң яҡшы ижади конкурстарҙы һәм фестивалдәрҙе һайлау һәм уларға ярҙам итеү уҙғарыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙа еңеүселәр һәм лауреаттар Координация советы менән билдәләнгән процедураларға ярашлы президенттан тура финанс ярҙам алыуға дәғүә итә ала», — тип һөйләнеләр Президент гранттары фондында.

20 февралдә беренсе конкурста ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башлай. Тулыраҡ бында.

http://www.bashinform.ru/news/1119350-vladimir-putin-podpisal-rasporyazhenie-o-vydelenii-8-mlrd-rubley-na-podderzhku-nko/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть