Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.62 ↑

EUR 75.38 ↑

18 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөгә «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы авторы Гүзәл Яхина килә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы авторы үҙенең романы буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарарға һәм китап уҡыусылар менән аралашырға ниәтләй. Гүзәл Яхина баш ҡалабыҙға 27 февралдә бер генә көнгә килә.

Рәсәйҙә танылған авторҙың сәфәре көндөҙгө сәғәт 2-се яртыла «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында матбуғат конференцияһынан башлана. Һуңынан Өфөгә икенсе тапҡыр килгән Гүзәл Яхинаны ҡала менән таныштырыу күҙаллана.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала республика яҙыусылары менән ижади осрашыу ҡаралған. Китапханала Гүзәл Яхинаның ике йыл эсендә донъяның бер нисә телендә донъя күргән «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы тышлыҡтары коллекцияһы күргәҙмәһен ҡарарға мөмкин.

Киске 7-се яртыла Башҡорт драма театрында Гүзәл Яхина менән аралашырға, автограф алырға була. «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен ҡарағандан һуң (инсценировка авторы — Ярослав Пулинович, режиссеры — Айрат Абушахманов) актерҙар һәм ижади төркөм менән тамаша хаҡында фекер алышыу ойошторола.

http://www.bashinform.ru/news/1119129-v-ufe-avtor-knigi-zuleykha-otkryvaet-glaza-guzel-yakhina-posmotrit-spektakl-i-poobshchaetsya-s-chita/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть