Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

25 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала уртаса эш хаҡы билдәле булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда ойошма хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы, кесе эшҡыуарлыҡты ла иҫәпкә алып, 2017 йылдың ғинуар-декабрь айҙарында 30 149 һумға еткән. Был 216 йылға ҡарағанда 6,7 процентҡа күберәк. Шуның менән бергә 2016 йылдың ғинуар-декабрендә төбәктә реаль хеҙмәт хаҡы 3,7 процент тәшкил иткән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Статистар билдәләүенсә, йыл дауамында эш хаҡы аҡрынлап артҡан. Мәҫәлән, уҙған йылдың ғинуарында уртаса хеҙмәт хаҡы – 26 760 һум, июндә – 30 743, декабрҙә 37 694 һум булған.

http://www.bashinform.ru/news/1119103-stala-izvestna-srednyaya-zarplata-v-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть