Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

Күп балалы әсә өфөләрҙең тәне бешкән бер йәшлек баланы нисек ҡотҡарыуҙары хаҡында һөйләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Уҙған йылдың декабрендә Башҡортостандың Туймазы районы Серафимовка ҡасабаһындағы ишле ғаиләлә ҙур фажиғә булды. «Башинформ» агентлығы бер йәшлек Полина Кузьминаның үҙенең өҫтөнә эҫе сәй түгеп, тәненең 20 проценты бешеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Әсәһе Александра бер секундҡа ғына боролған арала ҡыҙының кескәй ҡулдары эҫе һыулы һауытты эләктереп тә ала.

«Барыһы ла ҡот осҡос төштәге кеүек булды. Мин тышта эшләп йөрөгән эшселәр өсөн һары төҫтәге пластмасса сынаяҡта сәй бешергәйнем. Әйләнеп тә өлгөрмәнем, ул өҫтөнә түгеп ебәрҙе», — тип һөйләгәйне ҡатын.

Дауаханала

Баланы тиҙ арала Өфөгә, 18-се ҡала клиник дауаханаһының тән бешеү бүлексәһенә оҙаталар. Ҡыҙыҡайға тиреһен күсереп ултыртырға һәм ҡан ебәрергә кәрәк була. Уның хәле ауыр тип баһалана.

«Ҡыҙымды ҡулымда ғына йөрөттөм. Ултырырға ла, баҫып торорға ла ярамай, бөтә тәне ауырта ине. Муйынына, күкрәгенә һәм ҡулына тирене күсереп ултыртыу буйынса операция, ҡан талап ителде», — тип иҫенә төшөрә Александра.

Ғаиләнең баш ҡалала туғандары юҡ, шуға күрә ярҙам ҡулы һуҙырҙай кешеләре булмай. Социаль селтәрҙә бала өсөн ҡан тапшырыу тураһында иғлан баҫылып сыға. Журналистар ҙа был хәлдән ситтә ҡалмай.

«Башинформ» агентлығы фажиғәнән һуң ике ай үткәс кескәй Полинаның хәле менән ҡыҙыҡһынды.

Ҙур ярҙам

Күп балалы әсә әйтеүенсә, үҙәктә ҡыҙы өсөн ҡан тапшырырға теләгән кешеләр бик күп булған.

«Дауаханала халыҡ байтаҡ ине. Баш табип кешеләрҙең күп булыуы арҡаһында ғаризаны алыуымды үтенде. Ҡан тапшырыу үҙәгенән дә шылтыратып, халыҡты ҡан бирергә саҡырыуҙы туҡтатыуымды һоранылар. Бындай ажиотажды көтмәгәйнем, — тине Александра. — Кешеләр шундай ярҙамсыл, палатаға килеп, уйынсыҡтар, памперстар ҡалдырып китте, ҡыҙымдың хәле менән ҡыҙыҡһынды. Бөтә Башҡортостанда танылыу яуланығыҙ, ти табиптар. Ярҙам иткәндәре өсөн барыһына рәхмәтлемен, быны һүҙҙәр менән генә әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Ныҡ ярҙам иттеләр, беҙ быны тойҙоҡ».

Ҡатынға баш ҡалалағы сиркәүҙәрҙең береһендә Полинаның фотоһын ҡуйыуҙары һәм диндарҙарҙың ҡыҙыҡай өсөн доға ҡылыуҙары хаҡында ла һөйләгәндәр.

Ваҡыты үткән

Был ваҡытта иһә аяҡтан тирене күсереп ултыртыу буйынса операция яһамағандар, сөнки ваҡыты үткән булған. Ул быға бик шат, сөнки аяҡтарында ла яра йөйҙәре ҡалыр ине. Эш шунда: ҡыҙыҡай дауаханала ротавирус менән сирләп киткән. Тап ошо ауырыу уны операциянан «һаҡлап ҡалған» да инде. Дөйөм комиссияла табиптар операция яһау-яһамауҙы тикшергән. Асыҡланыуынса, ҡыҙыҡай бик күп аҡһым юғалтҡан. «Йәшәр, ләкин йөйҙәр ҡалыр», тип әйткән табиптар.

Сабыйҙың хәле яҡшырғас та уны дауахананан сығарғандар. Әсә кешегә яра йөйҙәрен нисек бөтөрөргә кәңәш биргәндәр.

«Аш-һыу бүлмәһен бикләп тотам»

Кузьминдар ғаиләһе имен тип һанала. Александраның ире себерҙә эшләй, балалары һәм ҡатыны өсөн тырыша. Тормош иптәше дүрт бала: 17 йәшлек улын, өс йәшлек игеҙәктәрҙе һәм бер йәшлек ҡыҙын тәрбиәләй, хужалыҡ менән шөғөлләнә.

«Полина Раштыуа байрамында тыуҙы һәм беҙҙең өсөн ысын бүләк булды. Тәүге улыбыҙҙан һуң оҙаҡ ҡына балаларыбыҙ булманы, һуңынан игеҙәктәр һәм көтмәгәндә ҡыҙыбыҙ Полина донъяға килде, — тип һөйләне ул. — Әле ул хәлһеҙерәк, бөтә нәмәнән дә ҡурҡа. Беҙ яңынан йәшәргә өйрәнәбеҙ. Йәш тә дүрт айлыҡ ҡыҙыбыҙ һөйләшә башланы. Ул уйнай, үҫешә, яра йөйҙәре йәшәргә ҡамасауламай, тышҡы яҡтан ғына борсой. Тыныс ҡына уларҙы дауалайбыҙ».

Хәҙер аш-һыу бүлмәһен бикләп тотам, тип өҫтәне Александра.

http://www.bashinform.ru/news/1119169-mnogodetnaya-mat-rasskazala-kak-ufimtsy-spasali-godovaluyu-doch-poluchivshuyu-sereznye-ozhogi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть