Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан журналисы һәм шағирә ТӨРКСОЙ премияһына лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Төркиәнең Кастамону ҡалаһында Мәғжән Йомабаев йылын асыу һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Ошо абруйлы наградаға «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе, журналист һәм шағирә Лариса Абдуллина лайыҡ булды.

Бүләкләнеүселәр араһында Ҡаҙағстан, Төркиә, Ҡырғыҙстан, Азербайжан, Македония, Ғағауз ере, Болгария, Косово һәм Төньяҡ Кипрҙан 15 вәкил бар. Рәсәй журналистарынан премияны Татарстан вәкиле — «Идель» журналының баш мөхәррире Айһылыу Хафизова ла алды. Журналистарҙы Төркиәнең иҫтәлекле урындары һәм учреждениелар менән таныштырыу өсөн махсус программа ҡаралған.

Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы ойошторған тантаналы сара Кастамону муниципалитетының конференциялар залында үтте. Унда Төрөк Республикаһының мәҙәниәт һәм туризм министры урынбаҫары Хөсәйен Яйман, ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дүсән Касеинов, Кастамону провинцияһы губернаторы Яшар Карадениз, парламент депутаттары, ҡала мэры Тахсин Бабаш, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

«Тап ошондай еңел булмаған осорҙа беҙ тағы ла берҙәмерәк булырға тейешбеҙ, ойошҡанлығыбыҙҙы көсәйтергә һәм туғанлыҡ ептәренең ни тиклем ныҡ икәнлеген күрһәтергә кәрәк, — тине Дүсән Касеинов. — Бер быуат элек Анатолиялағы фекерҙәштәренә ярҙам йыйып ҡына ҡалмаған, шиғри юлдар ҙа бағышлаған Мәғжән Йомабаевты иҫкә төшөрәйек».

Мәғжән Йомабаев — күренекле ҡаҙаҡ шағиры, быйыл уның тыуыуына 125 йыл тулыу билдәләнә. Кастамону провинцияһында йыл дауамында сағыу мәҙәни саралар уҙғарыу ҡаралған.

http://www.bashinform.ru/news/1118918-zhurnalist-i-poetessa-iz-bashkortostana-udostoena-premii-tyurksoy/

Теги: бүләкләү
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть