Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Алһыу ҡаплан» джаз фестивале хедлайнерҙары билдәле булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында 6-8 апрелдә «Алһыу ҡаплан» XXII халыҡ-ара джаз фестивале үтә. Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөгә бөтә донъянан музыканттар йыйыласаҡ, шул иҫәптән күренекле Рәсәй джазмены Игорь Бутман киләсәк.

Фестивалдең беренсе көнөндә джаз-вокалсы Людмила Сваровская, гитарасы Никита Болдырев һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы Биг-бэнды сығыш яһаясаҡ. Көн хедлайнеры – Американан танылған джаз борғосоһо Джон Маршалл.

Икенсе көн хэдлайнерҙары – Италиянан күренекле джазмендар Грета Панеттьери (вокал) һәм Андреа Саммартино (фортепиано).

Фестивалдең һуңғы көнөндә Рәсәйҙең күренекле джазмены – саксофонда, пианинола уйнайсы, бэнд-лидер, композитор, продюсер, джаз фестивалдәре ойоштороусыһы һәм Butman Music Рәсәй-Америка джаз лейблы хужаһы Рәсәйҙең халыҡ артисы Игорь Бутмандың сығышы көтөлә.

Фестивалдең художество етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Олег Ҡасимов.

http://www.bashinform.ru/news/1119042-v-ufe-opredelilis-khedlaynery-dzhazovogo-festivalya-rozovaya-pantera/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть