Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүсе ипотека буйынса ҙур бурысы өсөн фатирһыҙ ҡалған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе, 3 бүлмәле фатирға ипотека алып, түләүҙәр буйынса ҙур бурыс йыйған. Бирәсәге 2,5 миллион һумға еткәс (процент менән бергә), банк залогтағы мөлкәтте (фатирҙы) тартып алыу турындағы ғариза менән судҡа мөрәжәғәт иткән.

Суд приставтары килгәндән һуң, ир кеше хәлде яйға һалырға, шул иҫәптән бурысты ҡапларға маташҡан, әммә кире яуап алған. 10 көн эсендә бурысын ҡапларға аҡса тапмаған, хәҙер фатир һатыуға ҡуйыла.

2017 йылда республиканың суд приставтары бурыслыларҙың милегенә ҡарата 7 миллиард 638 миллион 162 мең һумға 17 015 ҡулға алыу акты төҙөгән. Уларҙан 274,64 миллион һумлыҡ милек һатылған. Бурыстарҙы ҡаплау иҫәбенә талап итеүселәргә бурыслыларҙың дөйөм 672 миллион һумлыҡ милеге тапшырылған, тип хәбәр иттеләр Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан.

http://www.bashinform.ru/news/1118974-zhitel-bashkirii-lishilsya-kvartiry-za-bolshie-dolgi-po-ipoteke/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть