Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

БИЗНО заводы «Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең бишенсе резиденты булырға ниәтләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең бишенсе резиденты барлыҡҡа килеүе ихтимал. Сочи инвестиция форумында Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы, Бәләбәй хакимиәте һәм «Башҡортостандың нефть һәм газ ҡорамалдары заводы» (БИЗНО) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Завод биләмәлә льготалар биргән яңы производство асырға ниәтләй. Инвестициялар күләме — миллион һум, эш урындары — 180.

Республиканың Күмертау һәм Бәләбәй ҡалаларында ике йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе эшләй, 12 компания уларҙың резиденты булып тора.  

«Моноҡалалар араһында Күмертау алда бара, беҙ унда федераль ярҙамдың барлыҡ төрҙәрен дә тиерлек бойомға ашырҙыҡ: инженер инфраструктураһына, тимер, автомобиль юлдарына, төрлө инженер селтәрҙәренә Моноҡалаларҙы үҫтереү фондынан субсидиялар бүленде. Предприятие-инвестор 1 миллиард һум күләмендә льготалы кредит алды, был Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды биргән һәм хөкүмәт комиссияһы хуплаған тәүге кредит булды. Республика социаль инфраструктура объекттарына ла аҡса һала. Күмертауҙың моноҡалалар исемлегенән сығыу өсөн бөтә мөмкинлектәре лә бар, тип иҫәпләйбеҙ», — тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков ТАСС агентлығына интервьюһында.

http://www.bashinform.ru/news/1118908-v-bashkirii-zavod-bizno-planiruet-stat-pyatym-rezidentom-toser-belebey-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть