Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Өфөлә яңы бассейн төҙөлә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Өфөләге Инорс биҫтәһендә яңы бассейн төҙөлөшө дауам итә. Спорт объекты Төхвәт Йәнәби урамы һәм Баландин бульвары киҫелешендә һалына. Калинин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, төҙөлөш планға ярашлы бара: ер эштәре тамамланған да инде, сиратта – нигеҙ ҡороу.  

Бассейнда һәр береһе 25-әр метрлыҡ дүрт юл, заманса һыу таҙартыу системалары, кейенеү, душ бүлмәләре, медицина кабинеты бар. Ул сменаһына 50-гә яҡын кешене ҡабул итә алыр тип күҙаллана.

Был бассейн – республиканың 100 йыллығы уңайынан һалынған 106 юбилей объекттарының береһе. Ошо исемлеккә ярашлы, Ермолаевка (Көйәргәҙе районы), Федоровка (Федоровка районы), Аҡъяр (Хәйбулла районы) ауылдарында ла яңы бассейндар асылырға тейеш. Шулай уҡ Әлшәй, Ауырғазы, Йәрмәкәй райондары үҙәктәрендә һәм Туймазы районының Ҡандра ауылында бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын төҙөйҙәр. Өфөлә республиканың юбилейына «Нефтсе» бассейнын төҙөкләндереү ҡаралған.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 яңы объект» күләмле проекты сиктәрендә төбәктә бөтәһе 19 яңы физик культура объекттарын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1118857-k-100-letiyu-respubliki-v-ufe-postroyat-novyy-basseyn/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть