Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан әҙәбиәтселәре Рәсәй Яҙыусылар союзының эшсе органдарына инде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Үҙәк әҙәбиәтселәр йортоноң ҙур залында, илдең алдынғы ижади ойошманың 60 йыллығында, Рәсәй Яҙыусылар союзының 15-се съезы үтте. Съезд эшендә Рәсәй Президенты советнигы Владимир Толстой, Ҡытай, Италия, Франция, Вьетнам, Сүриә, Палестина, Белоруссия делегациялары ҡатнашты. Был сарала республиканан өс делегат: Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, күренекле яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин, йәш шағир, «Шоңҡар» журналының өлкән мөхәррире Рәшит Зәйнуллин булды. Рәсәйҙең йәш яҙыусылары кәңәшмәһендә 60 делегат араһында Башҡортостандан «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире урынбаҫары Светлана Чураева ҡатнашты. Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса уның ҡарары менән Рәсәйҙең Йәш яҙыусылар союзы ойошторолдо.

Биш йыл дауамында башҡарылған эштәр тураһында отчет биргәндән һуң, Валерий Ганичев сәләмәтлек торошо буйынса Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһынан бушатыуҙы һораны һәм яңы Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйесен һайланылар. Ике дәғүәсе тәҡдим ителде. Күренекле хәрби яҙыусы Николай Иванов күпселек тауыш йыйҙы (132 – 32-гә ҡаршы). Икенсе кандидат – яҙыусы, Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Шаргунов Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйестәшенең береһе итеп һайланды.

Союздың етәкселек органдарына һайлауҙар үтте. Башҡортостандан ике вәкил уның секретарҙары итеп һайланды. Ул – Рәсәй Яҙыусылар союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Зәки Әлибаев һәм рус телле яҙыусылар берләшмәһе етәксеһе Светлана Чураева.

Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһына Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Камил Йыһаншинды ҡабул иттеләр.

http://www.bashinform.ru/news/1118892-literatory-bashkirii-voshli-v-sostav-rabochikh-organov-soyuza-pisateley-rossii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть