Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

«Һаҡсыл поликлиника» проекты бөтә республика буйынса ғәмәлгә ашырылырға тейеш – Рөстәм Хәмитов

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Уҙған көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының 1-се поликлиникаһында булды. Унда уҙған йылдың ноябренән «Һаҡсыл поликлиника» һынау проекты ғәмәлгә ашырыла.

Үҙәк район клиник дауаханаһы баш табибы Евгений Кустов һүҙҙәренсә, проект сиктәрендә пациенттарҙың бөтә маршруттары анализланды, шул иҫәптән ҡабул итеүҙе оҙаҡ көтөү йәки медицина ярҙамын күрһәтеү менән бәйле проблемалы осраҡтар билдәләнде. Бөгөнгө көнгә поликлиникаға килеү маҡсатына ҡарата рациональ пациенттар ағымы булдырылған, дауалау-диагностика процестары стандартлаштырылған, диспансеризация үткәндә, анализ тапшырғанда ваҡыт сарыф итеү бөтөрөлгән. Һөҙөмтәлә табиптың ҡабул итеүен көтөү, процедура кабинетында булыу ваҡыты кәмегән.

Пациенттарға уңайлыҡ булдырыу өсөн поликлиникала яңыртыу эштәре бара. Тәҙрә һәм ишектәр ҡуйылған, бүлмәләр бүленгән, бинаның тышҡы яғында елләтеү ҡуйыу буйынса эштәр алып барыла. Күтәрмә һәм пандустар эшләү күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын тәьмин итеүгә айырым иғтибар бүленә.

Яңыртыу эштәре сиктәрендә бөтөн беренсе ҡат үҙгәртелде, унда дежур табип-терапевт, табипҡаса ҡабул итеү, ЭКГ кабинттары, шулай уҡ шәфҡәт туташы посы күсте. Бында медицина картаһынан күсермә эшләргә, санитар-курорт картаһын тултыра башларға, анализдарға юллама алырға, флюорография һөҙөмтәһен алырға мөмкин. Шуның менән табиптарға эш йөгө кәмей. Пациенттарға уңайлы булһын өсөн поликлиника холында администратор дежур итә.

Евгений Кустов хәбәр итеүенсә,  «Һаҡсыл поликлиника» проекты Үҙәк район клиник дауаханаһы ҡарамағындағы балалар, стоматология поликлиникаларында һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында индерелә. Шул уҡ ваҡытта процестар даими яңырып тора.

— Һеҙҙең өсөн был яҡшы аҙым: табиптар араһында йөкләнеш тигеҙ бүленә, буталсыҡлыҡ бөтә, системалыҡ барлыҡҡа килә, – тине Рөстәм Хәмитов – Был проект эске һәм тышҡы яҡтан да һиҙелерлек һөҙөмтә бирә. Ул табиптар һәм пациенттар өсөн дә.

Башҡортостан Башлығы республиканың һаулыҡ һаҡлау министрынан быйыл «Һаҡсыл поликлиника» проектына нисә медицина учреждениеһы ҡушыласағы менән ҡыҙыҡһынды.

Әнүәр Бакиров һүҙҙәренсә, проекттың бөтә балалар һәм 70 процент өлкәндәр поликлиникаларында тормошҡа ашырылыуы күҙаллана. Рөстәм Хәмитов киләсәкттә проектты дауаханаларға ла таратырға тәҡдим итте.

— Беҙҙә ошондай проект башланыуы менән ҡәнәғәтмен. Һөҙөмтәләр ҙә бар. Һеҙгә үҙегеҙгә лә ҡыҙыҡлы. Паценттарға бөгөн уңайлыраҡ була башланы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Унан бигерәк, үҙ эше оҫталары – табиптар, урта һәм кесе медицина персоналдары – шулай уҡ был уй-фекерҙе күтәреп алды, уларға ла был мөһим. Был проектты бөтә ерҙә, бөтөн республика буйлап тормошҡа ашырырға кәрәк. Мәҫәлән, бер ҡаланан икенсеһенә күсеп килгән табип теләһе ҡайһы поликлиникаға, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына килеп, бер ниндәй үҙгәрешһеҙ, бөтә нәмә элеккесә бер тигеҙ эшләһен.

http://www.bashinform.ru/news/1118700-proekt-berezhlivaya-poliklinika-dolzhen-byt-realizovan-po-vsey-respublike-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть