Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡала Волга буйы федераль округында бензинға хаҡтар буйынса иң арзан ҡалалар иҫәбендә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Рәсәй статистика хеҙмәте белгестәре 2018 йылда февралдең тәүге яртыһына нефть продукттары баҙарында ҡулланыусыларҙың хаҡтарын анализлаған һәм ҡалалар рейтингын төҙөгән. Волга буйы федераль округында Өфө тәүге иң осһоҙ бензинлы ҡалалар исемлегенә ингән. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары бер литр яғыулыҡ өсөн уртаса 38,49 һум түләй. Волга буйы федераль округында арзан бензин буйынса өс алдынғыға шулай уҡ Пенза һәм Ульяновск инә.

Билдәләп үтергә кәрәк, өфөләргә һәм килгәндәргә АИ-80 маркалы яғыулыҡ – 37 һум 52 тингә, АИ-92 – 40 һум 51 тингә, АИ-95 – 44 һум 49 тингә, дизель яғыулығы 40 һум 57 тингә төшә.

http://www.bashinform.ru/news/1118751-stolitsa-bashkirii-voshla-v-chislo-gorodov-pfo-s-samym-deshevym-benzinom/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть