Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

25 йәшлек Өфө ҡыҙы «Рәсәй гүзәле — 2018» конкурсында еңеү яуланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

25 йәшлек Өфө ҡыҙы Альбина Вәлиуллина «Рәсәй гүзәле — 2018» конкурсында 26 ҡатнашыусыны уҙып, Рәсәйҙә телевизион реалити-шоу форматындағы беренсе матурлыҡ конкурсында еңеүсе тажын кейҙе.

Ҡыҙ әйтеүенсә, модель бизнесы менән ул 17 йәштән шөғөлләнә. Әммә тәүгә еңеүсе булды.

«Подиумда тулҡынланманым, әммә һөҙөмтәләрҙе иғлан иткәс, аптырашта ҡалдым. Беренсе булыуыма шатмын. Модель булырға теләгән ҡыҙҙарға шуны әйтәм: һәр саҡ үҙегеҙгә ышанығыҙ һәм барыһы ла килеп сығыр!» — тине Альбина Вәлиуллина.

Грозный ҡалаһы вәкиле Залина Барахоева – икенсе, Краснодарҙан бәйгесе өсөнсө урын алды. Һамарҙан Екатерина Курдюкова «Тамашасы һөйөүе һылыуы» исеменә лайыҡ булды.

Билдәләп үтергә кәрәк, конкурсты ойоштороусылар «Рәсәй гүзәле — 2018» бәйгеһе жюрийына махсус ҡунаҡ итеп телевидение алып барыусыһын Ольга Бузованы саҡырған.

http://www.bashinform.ru/news/1118762-25-letnyaya-ufimka-pobedila-v-konkurse-russkaya-krasa-2018/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть