Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.06 ↑

EUR 74.18 ↓

20 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканан йәш армрестлер Екатеринбургта Рәсәй беренселегендә өс алтын миҙал яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостандың Балтас районынан 16 йәшлек спортсы Рәдим Ғәлиуллин Екатеринбургта армрестлинг буйынса Рәсәй беренселегендә йәштәр араһында өс алтын миҙал яуланы. Республиканан йәш армрестлер еңелеүҙәрһеҙ ил беренселеге финалына үтте. Хәл иткес мәлдә лә ҡаушап ҡалманы. Башҡа төбәктәрҙән ярышташтарын уң, һуң ҡулдарҙа һәм икебәйгелә еңде.

«Ярыштарҙан һуң хис-тойғоларым күкрәгемдән урғылып сығып килә ине. Был алыштарҙа иғтибарымды тик бер юҫыҡҡа йүнәлттем, өҫтәл артында нимә эшләргә кәрәклеген белдем», — тине Рәдим.

«Башинформ» агентлығы журналисына Балтас районы балалар спорт мәктәбе директоры һәм спортсы тренеры Айваз Сафетдинов һөйләүенсә, уның тәрбиәләнеүсеһе 14-16 йәш һәм 45 килограмм ауырлыҡ категорияһында иң яҡшыһы булды.

«Рәдим армрестлинг менән ике йыл шөғөлләнә, әммә ошондай ҙур ярыштарҙа был уның тәүге уңышы. Бөтә алыштар ҙа бер минуттан артманы. Иң мөһиме, ул һәм был юлы еңелгән егеттәр бирешеп ҡалмаһын һәм артабан да шөғөлләнһен ине», — тип билдәләне тренер.

Екатеринбургта ярыштарҙа илдең төрлө төбәгенән 700-ләгән спортсы ҡатнашты. Өлкән спортсылар алтын миҙал менән бергә май аҙағында Болгарияла үтәсәк Европа чемпионатына юллама алды.

http://www.bashinform.ru/news/1118653-yunyy-armrestler-bashkirii-zavoeval-shest-zolotykh-medali-na-pervenstve-rossii-v-ekaterinburge/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть