Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Сочиҙа инвестиция форумында Башҡортостан 70 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумында төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкләгән Башҡортостан делегацияһы яҡынса 70 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөгән. Был турала республика Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Атап әйткәндә, төбәк Хөкүмәте «Чжифан» компанияһы менән килешеү төҙөнө. Ул Благовещенда трактор заводы төҙөлөшөн 6 миллиард һумға инвестициялай.

Бынан тыш, инвестиция ниәте буйынса дөйөм 63,5 миллиард һумлыҡ документтар төҙөлгән. Улар иҫәбендә – агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан ит компанияһы, экология өлкәһендәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса «ГринОйл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, шулай уҡ республикала социаль инфраструктура объекттарын төҙөргә ниәтләнгән Төркиәнең «СМК Төҙөлөшинвест» ойошмаһы менән килешеүҙәр.

Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы «Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең яңы резиденты буласаҡ Башҡортостан заманса нефть-газ ҡорамалдары заводы менән килешеү төҙөнө.

Шулай уҡ ВТБ банкы, Мәскәү кредит банкы һәм Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитика үҙәге етәкселеге менән һөйләшеүҙәр булды.

Форум сиктәрендә Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Внешэкономбанк менән үҙ-ара эшмәкәрлек тураһында меморандумға, республиканың Владимир өлкәһе, «Росконгресс» фонды һәм Рәсәй Юристар союзы, Милли конгресс-бюроһы менән хеҙмәттәшлеге хаҡында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

— Ошондай килешеүҙәр был сараларҙы республикала льготалы шарттарҙа тигәндәй – йәғни аҙ финанс сығымдар һәм киң мәғлүмәт сараларында ҙур яҡтыртыу менән уҙғарырға мөмкинлек бирә, – тине Рөстәм Хәмитов.

http://www.bashinform.ru/news/1118551-na-investforume-v-sochi-bashkortostanom-zaklyucheny-soglasheniya-na-70-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть