Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәте, Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Внешэкономбанк араһында үҙ-ара эш итеү тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн «Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы барышында Башҡортостан Хөкүмәте, Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Внешэкономбанк араһында үҙ-ара эш итеү тураһында меморандум төҙөлдө.

Документҡа республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева һәм ВЭБ рәйесе Сергей Горьков ҡул ҡуйҙы. Ошо хаҡта төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Меморандум партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, яҡтарҙың инвестиция эшмәкәрлеге, оҙайлы һәм тотороҡло нигеҙҙә үҙ-ара файҙалы һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Документ Башҡортостан Республикаһын социаль-иҡтисади үҫтереүҙең өҫтөнлөклө бурыстарын хәл иткәндә хеҙмәттәшлек итеүҙе, барлыҡ мөмкин булған үҙ-ара эш итеү механизмдарын файҙаланып, шул иҫәптән төбәк үҫеш институттары ҡатнашлығында республиканың иҡтисади, сәнәғәт һәм экспорт потенциалын нығытыуҙы күҙ уңында тота.

Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәте буйынса, ҡул ҡуйылған меморандум республикаға «Проектлы финанслау фабрикаһы» программаһында ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Кисә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев форумдың пленар ултырышында ошо хаҡта әйтеп үткәйне. Проекттың асылы ВЭБ-тың сәнәғәт, энергетика, юғары технологиялар, юл инфраструктураһы өлкәһендәге перспективалы инвестиция проекттарына льготалы кредитлау рәүешендә ярҙам күрһәтеүенә ҡайтып ҡала. Финанслау схемаһы – 80/20, уның 20 проценты – предприятиеның акционер капиталы, 80 проценты иһә банктың заём аҡсаһы.

Стратегик башланғыстар агентлығы менән уңайлы инвестиция мөхитен булдырыу һәм эшҡыуарлыҡты алып барғанда административ кәртәләрҙе кәметеү йәһәтенән тығыҙ үҙ-ара эш итеү күҙаллана. Агентлыҡ федераль өҫтөнлөклө проекттарҙы һәм программаларҙы бойомға ашырыуҙа ярҙам күрһәтә, төбәктәге ярҙам сараларының һөҙөмтәлелеген баһалай.

http://www.bashinform.ru/news/1118208-podpisan-memorandum-o-vzaimodeystvii-mezhdu-pravitelstvom-bashkortostana-agentstvom-strategicheskikh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть