Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

30 йыл элек Ҡаҙағстанда ғәйеп булған Мәһәҙей Заһретдинов тыуған яғына ҡайтты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

30 йыл элек Ҡаҙағстанда ғәйеп булған 57 йәшлек Мәһәҙей Заһретдинов тыуған төйәгенә — Башҡортостандың Әбйәлил районына ҡайтты. Туғандары уны күптән юғалтҡан. Улар уны эҙләп тә ҡарай, үҙәк каналдарға ла мөрәжәғәт итә, ләкин был бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Ошо йылдар эсендә Мәһәҙейҙең ата-әсәһе, апаһы гүр эйәһе булған.

Яңыраҡ Сабур Заһретдиновҡа социаль селтәрҙә Кустанай өлкәһенең Арҡалыҡ ҡалаһы эргәһендәге ауылдан хәбәр килеп төшә. Ир Мәһәҙей Заһретдиновтың туғандарын эҙләүе тураһында яҙа. Сабур юғалған ҡустыһын шундай уҡ таный. Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Рәмзиә Кәримова, Ҡаҙағстанда йәшәүселәр менән бәйләнешкә сығып, яҡташы тураһында сюжет әҙерләне.

Мәһәҙей Заһретдинов 1961 йылда Күсем ауылында һигеҙ балалы ғаиләлә донъяға килгән. Туғандары әйтеүенсә, бик көслө, сабып барған атты ла туҡтатып менерлек егет булып үҫә. 27 йәшендә Ҡаҙағстанға эш эҙләп сығып китә. Асыҡланыуынса, тәүҙә барыһы ла яҡшы була. Ләкин һуңынан хужаһы ирҙең документтарын тартып ала һәм күп йылдар буйына ҡоллоҡта тота. Хужа кеше вафат булғас, уның ҡатыны Мәһәҙейгә совет заманындағы паспортты ҡулына тоттора. Олоғайған, һаулығы ҡаҡшаған кеше бер кемгә лә кәрәкмәй һәм уны, туғандарын табып, тыуған төйәгенә ҡайтарырға хәл итәләр.

Рәмзиә Кәримова хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә туғандары, Ҡаҙағстанға барып, Мәһәҙейҙе өйҙәренә алып ҡайтҡан. Әле ул Әбйәлил районында, уға яңы документтар тултыралар. Ир ятып сирләй, ауыр һөйләшә, ләкин документтарһыҙ дауаханаға һалыу мөмкин түгел.

http://www.bashinform.ru/news/1118288-v-bashkiriyu-cherez-30-let-vernulsya-propavshiy-v-kazakhstane-magadey-zagretdinov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть