Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Йәштәр праймеризының 17 ярымфиналсыһы билдәләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда Йәштәр праймеризының 17 ярымфиналсыһы билдәләнде. Хәҙер республиканың өс ҡалаһында еңеүселәрҙе билдәләргә ҡалды. Сибайҙа дебаттар — 17 февралдә, Октябрьскийҙа — 19 февралдә, Стәрлетамаҡта 20-21 февралдә уҙа. Буласаҡ сәйәсмәндәр Өфөлә, Бөрөлә һәм Нефтекамала телмәр оҫталығын күрһәтте лә инде.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, ярымфиналдар февраль аҙағында үткәрелә, финалсы иһә март башында билдәләнә. Йәштәр праймеризында йомғаҡлау ярыштары Башҡортостандың баш ҡалаһында була.

Йәштәр праймеризында Башҡортостандан 200-ҙән ашыу йәш лидер ҡатнаша. Әүҙем йәштәр араһында праймериз уҙғарыуҙа республика Рәсәйҙә тәүге төбәк булды. Йомғаҡтар буйынса иң яҡшы ҡатнашыусыларҙың кандидатуралары Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты ярҙамсыһы вазифаһына тәҡдим ителә. Парламентта эшләү тәжрибәһенән тыш, дебаттарҙа еңеүселәргә «Гражданлыҡ университеты»нда бушлай белем алыу мөмкинлеге бирелә.

8 февралдә Йәштәр праймеризында ҡатнашыусылар #КиләсәкБЕҘҘЕҢҡулда акцияһына ҡушылды. Дебаттарҙа ҡатнашыусылар социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең фотоһүрәттәре менән бүлешә һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлаша.

Өфөлә башланған акцияға Рәсәйҙең башҡа ҡалалары ла ҡушылды. Әле «Инстаграм» һәм «Бәйләнештә» селтәрендәге илһөйәрлек флешмобына Мәскәү, Ялта, Силәбе, Төмән, Бөгөлмә (Татарстан) һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәүселәр йәлеп ителгән.

Йәштәр үҙҙәренең фекерҙәре, тормошҡа маҡсаттары, хыялдары хаҡында яҙа. Шулай итеп, ил Президенты Владимир Путиндың Өфөгә, моторҙар эшләү берекмәһенә, сәфәре көнөндә башланған акция илдә киң таралыу алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль селтәрҙәге патриотик акцияны Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы — Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең биш йәш инженеры башлап ебәрҙе. Улар #КиләсәкБЕҘҘЕҢҡулда билдәһе һәм киләсәк символы менән селфиһын интернетҡа ҡуйҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1118162-v-bashkirii-opredeleny-17-polufinalistov-molodezhnykh-praymeriz/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть