Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Республикала Рәсәй тимер юлдары тимер юл инфраструктураһын яңыртыуға 2,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

2018 йылда Рәсәй тимер юлдары Башҡортостан биләмәһендә инфраструктура объекттарына 2,5 миллиард һумдан ашыу аҡса һалырға ниәтләй. Был турала Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышында Куйбышев тимер юлының Башҡортостан буйынса баш инженеры урынбаҫары Ринат Фазылов белдерҙе.

Аҡса Глуховская ярҙамсы станцияһын техник яҡтан йыһазландырыуға, Раевка — Аксен участкаһында бәйләнеш селтәрен булдырыуға, Приютово — Аксаково, Төлмәй — Инйәр, Оло Тәләк — Әшә  һәм Черниковка — Шакша тимер юлдарын реконструкциялауға йүнәлтелә, тип хәбәр итә Рәсәй тимер юлдарының матбуғат хеҙмәте. Шулай уҡ 117,4 саҡрымлыҡ юлдарҙы ремонтлау һәм 54 юл тоташтырыу ҡоролмаһын яңыртыу күҙаллана.

2017 йылда Башҡортостанда тимер юл инфраструктураһын яңыртыуға 1,7 миллиард һумдан ашыу бүленгән: ошо аҡсаға 78,6 саҡрымлыҡ юл йүнәтелгән, 44 юл тоташтырыу ҡоролмаһы алмаштырылған, 88 ултырыу платформаһында күләгәле япма ҡуйылған.

http://www.bashinform.ru/news/1118060-v-bashkirii-rzhd-vlozhit-v-modernizatsiyu-zheleznodorozhnoy-infrastruktury-bolee-2-5-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть