Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Фәйзи Ғәскәров исемендәге VIII төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале ҡатнашырға саҡыра

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге VIII төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале иң яҡшы бейеү коллективтарын йыя. Ҡатнашыу өсөн үҙешмәкәр халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре саҡырыла. Фестиваль 18-20 апрелдә Мәләүездә уҙа.

Коллективтарға өс бейеүҙә хореографияны, артислыҡ һәләтен, сәхнә мәҙәниәтен асыу маҡсаты ҡуйыла. Тәүге сығыш урындағы традицияларға нигеҙләнергә, икенсеһе — сюжетлы-уйын халыҡ бейеүе, өсөнсөһөн коллектив етәксеһе һайларға йәки Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль репертуарынан булырға тейеш.

Иң яҡшы балетмейстер эшен билдәләү ҡаралған. Республикалағы Ғаилә йылына арналған «Бейеүсе ғаилә» номинацияһында ғаилә династиялары ҡатнаша.

Быйыл конкурста танылған бейеүсе һәм балетмейстер, республиканың профессиональ балет сәнғәтенә һәм халыҡ хореографияһына нигеҙ һалған кешеләрҙең береһе Хашим Мостаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған махсус приз булдырылған.

Ғаризалар 13 апрелгә тиклем gukrcnt@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: (347)-289-62-00.

Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Мәләүез районы хакимиәте, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле.

http://www.bashinform.ru/news/1118115-viii-mezhregionalnyy-festival-ansambley-narodnogo-tantsa-im-fayzi-gaskarova-priglashaet-k-uchastiyu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть