Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә иң яҡшы ғаилә йылъяҙмалары авторҙары бүләкләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

15 февралдә Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһында республиканың Архив эштәре буйынса идаралығы коллегияһы барышында «Ырыу-нәҫелем йылъяҙмаһы — халҡым тарихында» конкурсы еңеүселәренең тикшеренеү эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо.

Ижади бәйге лауреаттарының иң яҡшы эштәре менән таныштырыу сараһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте һәм Хөкүмәт Аппараты, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, шулай уҡ ойоштороу комитеты һәм экспертттар комиссияһы ағзалары ҡатнашты.

Йәштәр араһында тикшеренеү эштәре конкурсы лауреаттарын һәм дипломанттарын бүләкләү тантанаһы ысын мәғәнәһендә ғаиләләр — төбәктә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре байрамына әүерелде. Конкурсты ойоштороусылар һәм бағыусылар дүрт номинацияла еңеү яулағандарға — дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр, уларҙың етәкселәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы. 18 йәш тарихсы-архивсы ла дәртләндереү бүләктәренә һәм дипломдарға лайыҡ булды. Гран-приҙы Башҡортостанстаттың Дүртөйлө ҡалаһындағы дәүләт статистикаһы бүлегенең әйҙәүсе иҡтисадсыһы Резеда Шәрәфетдинова алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Милли архивынан.

http://www.bashinform.ru/news/1118096-v-bashkirii-chestvovali-avtorov-luchshikh-letopisey-semey/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть